Мырҙаш ауылына 205 йыл тулды

Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш ауылына 205 йыл тулды. Тарихи дата уңайынан бында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үткәрелде. Сараға урындағы халыҡ һәм ситтә йәшәгән ауылдаштар йыйылды.

Байрам башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, ошо ауылда тыуып үҫкән Ибраһим Исхаҡовҡа һәйкәл асыу тантанаһы менән башаланды. Был һәйкәл республикаға нигеҙ һалған шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү проекты сиктәрендә эшләнгән.

Күркәм байрам уңайынан мырҙаштар ауылдың барлыҡҡа килеү тарихын өйрәнеү буйынса ҙур тикшеренеү эше үткәрә. Күрше Айыусы, Мәҡсүт ауылдары менән берлектә билдәле шәхестәре, нәҫел шәжәрәләрен төҙөп китап сығара. Юрматы ерендә йәшәүселәрҙең күбеһе осрашыуға шәжәрә ағастарын тергеҙгән.

Байрамға Мырҙаш ауылы халҡы төплө әҙерләнгән. Йорт ихаталары төҙөкләндерелгән, биләмәлә өмәләр үткән. Бөгөнгө көндә ауылда мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушер пункты эшләп килә.

Тантананы концерт программаһы дауам итте. Ауылда эшләп килгән үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары, саҡырылған сәхнә йондоҙҙары сығыш яһаны. Байрам көнөндә ауыл урамдары ҡурай һәм шат тауыштарға яңғырап торҙо.